Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2023, 13:15

"Урал" мотоциклы. Ат хаҡынан былайыраҡ бит...

"Урал" мотоциклының яңы моделе 1,5 миллион һум тора.

"Урал" мотоциклы. Ат хаҡынан былайыраҡ бит...
"Урал" мотоциклы. Ат хаҡынан былайыраҡ бит...

База комплектына томанға ҡаршы фарҙар, ковриктар, багажник, запас тәгәрмәс, 10 литрлыҡ канистра, Heidenau тәгәрмәстәре инә.

Ирбит мотозаводы совет заманынан, үткән быуаттың 40-сы йылдарынан алып, ауыр класс мотоциклдарын етештерә. "Урал" бренды халыҡ-ара баҙарҙа күптән популярлыҡ яулаған: мәҫәлән, 2010 йылға моделдәрҙең 97 % АҠШ-ҡа, Евросоюз илдәренә, Канадаға һәм Австралияға сығарылған, тик 3% ғына Рәсәйҙә һатылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: