Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2023, 09:49

Тиҙҙән парламенттың яҙғы сессиялағы тәүге пленар ултырышы асыла

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы граждандарҙың ғаиләләренә социаль яҡлау сараларын күрһәтеү мәсьәләһенә арналған "Хөкүмәт сәғәте"нән башланасаҡ.

Тиҙҙән парламенттың яҙғы сессиялағы тәүге пленар ултырышы асыла
Тиҙҙән парламенттың яҙғы сессиялағы тәүге пленар ултырышы асыла

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы яҙғы сессиялағы беренсе пленар ултырышты 26 ғинуарға тәғәйенләне. 

Рәйес Константин Толкачев белдереүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы граждандарға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль яҡлау сараларын күрһәтеү өсөн ҡабул ителгән закондарҙың ғәмәлдә нисек тормошҡа ашырылыуы хаҡында һүҙ буласаҡ, механизм яйға һалынғанмы, ниндәй проблемалар бар һәм тағы ла нимәләр эшләр кәрәк икәнлеген аңларға тейешбеҙ.

Шулай уҡ ултырышта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы граждандарға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль яҡлау сараларын киңәйтеү буйынса тәҡдимдәр тикшереләсәк.

Сығанаҡ: Официальный сайт Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан (gsrb.ru)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: