Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2023, 20:15

Телеңде тыя белеү ҙә иман шарты

   Ҡул йәрәхәте бик тиҙ төҙөлә, әммә тел менән яралған йәрәхәт ҡайһы бер ваҡытта мәңге төҙәлмәй. 

Телеңде  тыя белеү ҙә иман шарты
Телеңде тыя белеү ҙә иман шарты

 

 Зәйнулла хәҙрәт өҫтөнән бер туҡтауһыҙ шикәйәт яҙалар. Шунан һуң уны төрмәгә ултырталар. Шикәйәт яҙыусы кеше, байтаҡ ваҡыт үткәс , ауырый башлай. Ниндәй генә табипҡа мөрәжәғәт итеп ҡарамаһын, уны дауалай алмайҙар. Шикәйәт яҙғаным өсөн бирелгән язалыр», –- тип, Зәйнулла хәҙрәттән ғәфү үтенергә уйлай.

–  Мин һине ғәфү итәм, – ти Зәйнулла хәҙрәт. – Тик бер шартым бар.

– Бер генәме? – тип һөйөнә ул.

–  Бер генә… Өйөндәге иң ҙур мендәрҙе алып сыҡ та, шуның мамығын урам буйлап тарат.

 Шикәйәтсе әлеге үтенесте тиҙ арала башҡарып, хәҙрәт янына йүнәлә.

– Бик тиҙ эшләгәнһең, – ти Зәйнулла хәҙрәт. – Еңел булдымы?

– Бер ҙә ауыр булманы.

– Хәҙер таратҡан мамыҡты йыйыштырып ал инде. Йыйып бөтөрә алһаң, ғәфү итәм, – ти хәҙрәт.

– Уны нисек йыйып бөтөрмәк кәрәк? – тип һорай шикәйәтсе аптырап.

– Һүҙҙе лә сәсеүе генә еңел… –  ти Зәйнулла хәҙрәт.

    Хөрмәтле дуҫым, шуны бел: тел байлығы ярҙамында уйлағаныңды, фекерләгәнеңде башҡаларға аңлата алыуың –  иң ҙур ниғмәттәрҙең береһе. Уның Аллаһ  тарафынан кешегә бирелгән ниндәй ҙур бүләк икәнен аңлау өсөн телһеҙҙәрҙең хәлен аңлау ҙа етә.

  Тел- ул бысаҡ миҫалындағы ҡорал кеүек. Бысаҡ менән яҡшы эштәр эшләү менән бергә насарлыҡ та ҡылып була. Табип ҡулындағы бысаҡ кешене үлемдән ҡотҡарырға мөмкин, әммә шул уҡ бысаҡ вәхши кешенең ҡулында булһа, ул уның менән меңләгән кешенең ҡанын түгә ала. Ҡул йәрәхәте бик тиҙ төҙөлә, әммә тел менән яралаған йәрәхәт ҡайһы бер ваҡытта мәңге төҙәлмәй. Ҡайһы берәүҙәр бер- береһенә ауырлыҡ килтереп, бер – береһенең хәсрәттәрен күреп, ләззәт алып шатланалар. Аларҙың күбеһе мәғәнәһеҙ һуғыштар ойоштороп, кеше ҡаны түгә. Икенсе бер төркөмө  кешеләрҙең кәмселектәрен эҙләп, уңға, һулға, бөтөн ергә уларҙың етешһеҙ яҡтарын һөйләп йөрөүҙәре менән рәхәтләнә .

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: