Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Января 2023, 16:15

Тәүлек эсендә муттар туғыҙ кешене алдаған

Баймаҡ районынан 51 йәшлек ҡатынға ялған "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" шылтыратып, базанан шәхси мәғлүмәттәр таралды, улар менән муттар файҙаланмаһын өсөн кредит алырға ла, махсус иҫәптәргә күсерергә кәрәк, тигән. Аҡса тураһында һүҙ сығыу менән трубканы һал да ҡуй бит инде. Юҡ шул, был ҡатын телефонын һүндермәгән, аферисты тыңлап, 500 мең һум аҡсаһын елгә осорған...  Октябрьский ҡалаһынан бер ҡатын танышыуҙар сайтында ир менән танышып, яҙыша башлағандар. Ҡыҙышып хәбәрләшә торғас, бер-береһен яҡшы белгәндәй, ир ҡатындан үтескә аҡса һораған, мотлаҡ кире ҡайтарам, тип вәғәҙәләгән. Ҡатын, күҙ генәһе тоноп, ахыры, ир әйткән өс абонент номерына берешәр мең һум аҡса күсергән. Шуның менән интернет-һөйөүе ялпылдап һүнгән, сөнки ир зым-зыя юҡ булған. Башҡа аҡсалыраҡ берәүҙең башын бутайҙыр инде ошо мәлдә... 

Тәүлек эсендә муттар туғыҙ кешене алдағанТәүлек эсендә муттар туғыҙ кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар туғыҙ кешене алдаған

Өфөлә йәшәгән 59 йәшлек иргә социаль селтәр аша танышы яҙып ебәргән. Ирҙең хәл-әхүәлен һорағас, унан бурысҡа 20 мең һум аҡса һорап торған, йәнәһе лә, бер-ике көндән кире ҡайтарасаҡ. Ир ҡатынға ярҙам итеүҙән баш тартмай, хәбәрҙә күрһәтелгән иҫәпкә аҡса һалған. Ә бер аҙҙан танышының аккаунтын емергәндәрен, ҡатындың бер ниндәй ҙә аҡса һорамауын белгән. 

Уҙған тәүлектә туғыҙ кеше муттарҙы 1,5 миллион һумға байытҡан.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас