Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2023, 14:39

СВО-ла Башҡортостандан 33 депутат ҡатнаша

Махсус хәрби операцияла төрлө кимәлдәге депутаттар ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, улар араһында үҙ ирке менән барыусылар ҙа, мобилизацияланыусылар ҙа бар.

СВО-ла Башҡортостандан 33 депутат ҡатнаша
СВО-ла Башҡортостандан 33 депутат ҡатнаша

Улар ауыл советы биләмәләре депутаттарынан алып, республика парламенты депутаттарына тиклемгеләр. Депутаттар корпусы махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша.

– Бынан тыш, депутаттар гуманитар ярҙам ебәреүҙә даими ҡатнаша, улар беҙҙең хәрбиҙәребеҙ һәм медиктар урынлашҡан ерҙәргә бара, – тине Константин Толкачев. – Мин үҙем дә унда ике тапҡыр барҙым. Шулай уҡ депутаттар М. Шайморатов исемендәге штаб эшмәкәрлегенә йәлеп ителгән. 

Фото: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: