Унда Стәрлебаш районы башлығы Рөстәм Рахманғолов, Сәтрлетамаҡ балалар дауаханаһының баш табибы Борис Шәрипов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Сәлимә Мырҙабаева, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы БР мотлаҡ медицина страховкалау территориаль фондының директоры Альберт Бәҙретдинов, БР Мәҙәни мираҫ күсемһеҙ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Динар Ғәйнуллиндар ҡатнашты.
Яңы ФАП-тар кәрәкле медицина ҡорамалдары, дарыуҙар, медикаменттар, йыһаздар менән тәьмин ителгән.
– Яңы фельдшер пункты асылыуына бик шатмын! Бындай шарттарҙа эшләү – үҙе бер кинәнес, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша 20 йылдан ашыу фельдшер булып эшләүсе Гөлшат Сәғиҙуллина. – Барыһы ла яңы, заманса, йылы һәм уңайлы. Әлбиттә, ауыл халҡы бындай үҙгәрештәргә һөйөнөп бөтә алмаясаҡ.
Әйткәндәй, Тәтербаш фельдшер пунктында 235 кеше хеҙмәтләндереләсәк, шуларҙың 39-ы – балалар. Ә Мортаза ауылы пунктына 199 кеше йөрөйәсәк, шул иҫәптән 33 бала.