-20 °С
Болотло
Сочиҙа 16 ғинуарҙа теләүселәр өсөн тәүге башҡорт теле дәресе үткән. Уҡыу программаһын педагог Эльза Вахитова әҙерләгән. Беренсе дәрестә биш өлкән кеше һәм өс бала булған.
"Бәйләнештә" яҙыуҙарынса, дәрес ҡыҙыҡлы үткән. Әйткәндәй, ватсап чатында онлайн уҡыу ҙа ойоштороласаҡ. Дәрес аҙнаһына бер тапҡыр була.
Яҡшы башланғыста уңыштар теләйбеҙ!
Фото һәм сығанаҡ: Сочи Башҡорттары (vk.com)