Физик эштең, хәрәкәттең етмәүе баш мейеһе ҡабығының әүҙемлеге кәмеүгә, дөйөм тонустың төшөүенә, матдәләр алмашыныуының боҙолоуына, йөрәк мускулдарының хәлһеҙлегенә, һимереүгә һәм сәләмәтлек менән башҡа проблемаларға килтерә. Көн һайын күберәк хәрәкәт итеү өсөн әллә нимә эшләргә кәрәкмәй. Мәҫәлән, өйҙө йыйыштырғанда ғына ла 1500 килокалория юғалтырға мөмкин. Аш әҙерләү ҙә бик яҡшы гимнастика. Сөнки аш-һыу бүлмәһендә нимәлер эшләгәндә лә эйелергә, бөгөлөргә тура килә. Аҙыҡ-түлек һатып алыу өсөн магазинға барып килеү ҙә – бик яҡшы күнекмә. Иң яҡын магазин йәшәгән йортоғоҙҙан 1 км алыҫлыҡта булһа ла, унда йәйәү барып килергә тырышығыҙ. Беренсенән, йәйәү йөрөү магазиндан артығын һатып алыуҙан һаҡлаһа, икенсенән, ҡулда әйбер тотоп атлағанда калориялар тиҙерәк кәмей.
Көн дә киске аштан һуң йөрөп килергә ғәҙәтләнегеҙ. Тәүҙә биш минутҡа сығып әйләнһәгеҙ, әкренләп араны оҙайтып, оҙағыраҡ йөрөргә тырышығыҙ. Ул көн буйына йыйылған көсөргәнештән арынырға ярҙам итер, йоҡоғоҙ ҙа яҡшырыр.
Эштә лә хәрәкәт итеү өсөн һәр мөмкинлекте файҙаланып ҡалырға кәрәк. Мәҫәлән, телефондан һөйләшкәндә коридор буйлап атлап йөрөргә мөмкин. Аҫтағы йә өҫтәге ҡаттағы коллегағыҙ менән нимәлер хаҡында фекер алышыу өсөн, телефондан смс яҙырға кәрәкмәй, ә янына барып килегеҙ.
Төшкө аш мәлендә лә телефонға йә компьютерға текәлеп ултырмағыҙ, ярты сәғәткә булһа ла урамға сығып, атлап йөрөп килегеҙ.
Эшкә автобус менән йөрөгәндә, барғанда йә ҡайтҡанда бер туҡталыш алдан сығып, йәйәү үтергә тырышығыҙ.
Бына ошо ябай ғына мөмкинлектәрҙе киңерәк файҙаланғанда, хәрәкәткә ҡытлыҡ булмаҫ, һаулығығыҙ ҙа борсомаҫ.
Фото:Т. Аманов.