Тегеү фабрикаһы өлкәндәр һәм сабыйҙар өсөн кейем-һалым, йорт өсөн текстиль әйберҙәр, холофайберҙан изделиелар тегә. Алты ай эсендә Башҡортостандың Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары ҡатнашлығында пилот участкаһында (спорт кейемен тегеү процесында) хеҙмәт етештереүсәнлеген ике тапҡырға тиклем арттырып булған (бер тегенсегә дүрт костюмдан һигеҙ костюмға тиклем). Башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә производство процесы ваҡыты 40 проценттан ашыуға кәмегән (996 минуттан 590 минутҡа тиклем) һәм тамамланмаған производство күләме 40 процентҡа кәмегән. Был турала БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов хәбәр итте.
"Малыш" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Ольга Суходольскаяның әйтеүе буйынса, милли проектта ҡатнашыу - хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтеү, яңы компетенциялар алыу мөмкинлеге лә, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу юлы менән компанияның табышын арттырыу ҙа.
Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта:https://pravitelstvorb.ru/news/19978/
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.