Әлеге ваҡытта 131 кеше дауаханала сиргә ҡаршы көрәшә, шуларҙың туғыҙы ауыр хәлдә. 1089 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Бөтәһе пандемия башланғандан алып 347149 кеше яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланған.
Тәүлек эсендә 75 кеше был сирҙән һауығып, дауахананан сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә ҡорбандар һаны ике кешегә артҡан. Бөтәһе 5973 кешенең үлемендә был сир сәбәпсе булған.
Республикаға ковидҡа ҡаршы бөтәһе 3 633 348 доза вакцина алынған. 3 552 701 кеше вакцинаның тәүге компонентын эшләткән.
3 373 562 кеше тулыһынса вакциналанған. 990240 кеше ревакциналанған.