2021 йылдың сентябренән 2022 йылдың майына тиклем 15 йәшлек уҡыусы яңғыҙ, аҙыҡ-түлекһеҙ, йәшәү өсөн яраҡһыҙ фатирҙа йәшәгән. Был осорҙа әсәһенең ҡайҙа булыуы асыҡланмай.
Бынан тыш, ҡатын спиртлы эсемлектәр эскән, ул тәрбиәләү һәм уҡытыу менән шөғөлләнмәгән. Әсәне балиғ булмаған үҫмерҙәрҙе тәрбиәләү һәм ҡарау буйынса бурыстарын тейешенсә үтәмәгәне өсөн бер нисә тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырғандар. Иҫкәртеү саралары күреүгә ҡарамаҫтан, ҡатын әхлаҡһыҙ йәшәү рәүеше алып барыуын дауам итә.
Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, йәнәһе лә әсә кеше ҡәйнәһен ҡарау өсөн ҡаланың икенсе районына күсеп киткән.
Калинин районы прокуратураһы «Балаларын тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы тейешенсә үтәмәү» статьяһы буйынса ҡатынға ҡарата ғәйепләү актын раҫланы.
Фото: Т. Аманов