Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2023, 12:02

Электрон тәмәкене тыйыуҙары ихтимал

Рәсәй Дәүләт Думаһында электрон тәмәкеләрҙе тыйыу мөмкинлеге ҡарала, тип хәбәр итәләр парламенттың түбәнге палатаһының телеграм-каналында.

Электрон тәмәкене тыйыуҙары ихтимал
Электрон тәмәкене тыйыуҙары ихтимал

Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин ошо мәсьәләне ҡарарға һәм профилле комитеттарға тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Спикер билдәләүенсә, был башланғыс үҫмерҙәр, уҡыусылар араһында вейп тартыуҙың популяр була барыуы менән аңлатыла.

Дөрөҫ уйлайҙар. Юҡһа, хәҙер урамдарҙа шундай ҡырағай күренеш йыш осраҡ - йәш кенә ҡыҙҙар ҙа, үҫмерҙәр ҙә электрон тәмәке борхотоп йөрөй.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: