"Экология" милли проекты буйынса "Елки в щепки" акцияһы бара. Уға ярашлы, Яңы йыл ҡаршылағанда файҙаланылған ағастарҙы ҡабул итәләр.
Был акция Дәүләкәндә лә башланған. Кем шыршыһын тапшыра, шуға бүләк тә әҙерләнгән. Ул ҡалала 29 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Дәүләкәндә Карл Маркс урамы, 119-сы йорт янында тапшырырға мөмкин.
Фото: Дәүләкән районы хакимиәтенән.