Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2023, 21:30

Донъя хәбәрҙәре: Халыҡ иҫәбе буйынса Ҡытайҙы уҙып киткән Һиндостанда йәштәр күп

1 миллиард 417 миллион кеше йәшәгән Һиндостанда халыҡтың яртыһы 30 йәштән кесерәк. Иң тиҙ үҫешкән иҡтисад уларҙа булырға тейеш, тип яҙа Bloomberg. Бының өсөн хөкүмәт йыл һайын миллионлаған кеше өсөн яңы эш урындары булдырырға тейеш.

Донъя хәбәрҙәре: Халыҡ иҫәбе буйынса Ҡытайҙы уҙып киткән Һиндостанда йәштәр күп
Донъя хәбәрҙәре: Халыҡ иҫәбе буйынса Ҡытайҙы уҙып киткән Һиндостанда йәштәр күп

Ҡытайҙа (ни бары) 1 миллиард 412 миллион кеше иҫәпләнә. 2022 йылда Ҡытай халҡы 60 йыл эсендә тәүгегә кәмегән - быға тиклем 1959-1961 йылғы аслыҡта бик күп кеше ҡырылған булған. 2021 йылдың аҙағына республикала 850 мең кешегә күберәк йәшәгән.

Bloomberg билдәләүенсә, Һиндостанда халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы 2021 йылда үтергә тейеш ине, тик ул коронавирус эпидемияһы арҡаһында кисектерелде. Халыҡ иҫәбен алыу уларҙа ун йылға бер тапҡыр уҙғарыла.

Беҙ бала саҡтан һинд киноларын яратып ҡарап үҫкән быуын. Һиндостанда, әйткәндәй, тәүге "Раджа Харишчандра" тип аталған тулы метражлы фильмды 1913 йылда Дадасахеб Пхальке  төшөргән. 1930 йылға илдә йыл һайын 200-гә яҡын кинотаҫмалар етештерелгән. 1940-1960 йылдар һинд киноһының "Алтын быуат"ы һанала.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: