Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2023, 14:15

Беҙҙекеләр - Белоруссияла

Башҡортостан Башлығы етәкләгән рәсми делегация Белоруссияның баш ҡалаһы Минскиға барып еткән. Был турала Радий Хәбиров хәбәр итте.

Беҙҙекеләр - Белоруссияла
Беҙҙекеләр - Белоруссияла

«Наша делегация начинает работу в Минске. Беларусь – давний, надёжный и стратегический партнёр Башкортостана. А белорусы – наши братья!», - тип яҙған Радий Фәрит улы телеграм-каналында.

Эшлекле программала Беларусь республикаһының Премьер-министры Роман Головченко менән осрашыу ҙа бар.

Беҙҙең делегация составында - Премьер-министры Андрей Назаров, беренсе вице-премьер - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, вице-премьер - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, шулай уҡ ведомстволар, министрлыҡтар, предприятиелар вәкилдәре.

Фото: ТГ Радия Хабирова.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: