Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикиндың һүҙҙәренсә, "Контур.Толк" платформаһы 2022 йылдың 27 октябрендә республика Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнеше ваҡытында муниципалитет башлыҡтары менән селектор элемтәһе өсөн ҡулланылған. Уҙған йылдың июнендә РФ Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советының эшсе төркөмө "Контур.Толк"та кәңәшмә үткәргән.
- Былтыр Рәсәй IT-компанияһы корпоратив онлайн-аралашыу өсөн сервистар тәҡдим итте. Бөгөнгө көнгә республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, шулай уҡ хөкүмәт аппараты өсөн ике альтернатив программа индерелеп, уңышлы ҡулланыла, - тип хәбәр итте министр.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән рәсми сайтта таныша алаһығыҙ: https://pravitelstvorb.ru/news/19977/
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.