Беләһегеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация эш башланы. Ике төбәк араһында хеҙмәттәшлек буйынса эш төркөмөнөң ултырышы ла үтте. Уны БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов менән "Белнефтехим" концернты рәйесе Андрей Рыбаков алып барҙы.
Белоруссия үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан менән тышҡы тауар әйләнешендә бишенсе урында тора. Тауар әйләнеше күләменең 60 проценты беҙҙең республика продукцияһын эскпортлауға тура килә. Беҙ белорус партнерҙарыбыҙ менән бәйләнеште әүҙем нығытабыҙ.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.