Өфөнөң Калинин районында көндөҙгө сәғәт дүрттәр тирәһендә 48 йәшлек ир "ВАЗ-2114" машинаһында ыңғай барған "Беларус" тракторына бәрелгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "ВАЗ"-дың 45 йәшлек пассажиры медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткән. Медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң өйөнә ҡайтарылған. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара.
Хөрмәтле водителдәр! Ҡышҡы осорҙо иҫәпкә алып, алда барған транспорт менән тейешле арауыҡты һаҡлағыҙ! Тиҙлек режимын күҙәтегеҙ, юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ. Барығыҙға ла хәйерле юл теләйбеҙ!
Фото: БР ЮХХДИ.