66 йәшлек ҡатынды ла шулай алдап, унан 800 мең һум аҡса талап итәләр. Пенсионер, 100 мең һум ғына аҡсам бар, тип ыуаланғас, ҡалғанын өлөшләтә түләрһегеҙ, тип иҫкәртәләр. Аҡса һәм кәрәк-яраҡ һалынған пакетты ҡатын билдәһеҙ иргә тоттороп сығара.
86 йәшлек әбейҙе ялған "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" һәм "ҡыҙы" алдап, 200 мең һум аҡсаһын алалар.
Яҡындарының имен-аман булыуын белгәс, пенсионерҙар полицияға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.