Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2023, 16:00

Рөстәм Шәрипов: "Халҡыбыҙҙың берҙәм һәм битараф булмауы һоҡландыра"

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов: - СВО-ла булған яҡташ ир-егеттәргә сираттағы гуманитар йөк әҙерләйбеҙ. Халҡыбыҙҙың берҙәм һәм битараф түгел булыуы һоҡландыра. Барыһы ла - эшҡыуарҙар, фермерҙар, ойошма-прндприятиелар, волонтерҙар, ябай кешеләр был эшкә үҙенең өлөшөн индерергә тырыша.

Рөстәм Шәрипов: "Халҡыбыҙҙың берҙәм һәм битараф булмауы һоҡландыра"улмауы
Рөстәм Шәрипов: "Халҡыбыҙҙың берҙәм һәм битараф булмауы һоҡландыра"улмауы

Мәҫәлән, Аҡъяр ауылында йәшәгән Зәйнәғәле Рәхмәтуллиндың ғаиләһе яугирҙәргә тапшырыу өсөн 300 кг йылҡы ите биргән. Район үҙәгенең белем биреү учрежденелары хеҙмәткәрҙәре унан 150-нән ашыу банка быҡтырылған ит әҙерләгән. Тиҙҙән "тушенка"ны, буржуйка мейестәрен, күсмә мунса кеүек кәрәкле әйберҙе  махсус хәрби операция барған урынға оҙатасаҡтар. Егеттәр быға шат булырҙар тип ышанам, уларға беҙҙең ярҙам бик кәрәк. Һәр берегеҙгә ҙур рәхмәт!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: