Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2023, 11:31

"Орлан"да - 500 меңенсе пассажир

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө - Ырымбур араһында йөрөүсе танылған поездың 500 меңенсе пассажирының кем булыуын яҙған.

"Орлан"да - 500 меңенсе пассажир
"Орлан"да - 500 меңенсе пассажир

Ул - «Орлан»ға бөгөн иртән ултырыусы Антон Артищев. Ир ҡатыны менән Ырымбурға юлланған.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, поездар тиҙ йөрөүсе уңайлы транспорт була бара, хеҙмәтләндереү сифаты арта.

Хәтерегеҙҙәлер, Өфөнән Күмертауға тиклем Көньяҡ экспресс 2021 йылдың апрелендә йөрөй башланы, сентябрҙә уны Ырымбурға тиклем оҙонайттылар. Бик тиҙ популяр булып китте.

"2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың ҡала-ара поездары бөтәһе 3,5 млн пассажир ташыған, был 2020 йылға ҡарағанда, 18 процентҡа күберәк", - тигән БР Башлығы.
Фото: Радий Хабиров (vk.com)

"Орлан"да - 500 меңенсе пассажир
"Орлан"да - 500 меңенсе пассажир
"Орлан"да - 500 меңенсе пассажир
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: