Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар , 21:30

Муттарҙан зыян - 11 миллион һумдан ашыу

Архангел районынан 61 йәшлек ир ялған "банк хеҙмәткәренең" инвестициялар тураһындағы татлы хәбәренә ышанып, шикле сайтта иҫәп асҡан да, ике миллион һумдан ашыу аҡсаһын шунда сумдырған.

Муттарҙан зыян - 11 миллион һумдан ашыу
Муттарҙан зыян - 11 миллион һумдан ашыу

Туймазы районынан 60 йәшлек ҡатын менән Күмертауҙан 51 йәшлек ир ҙә ялған "инвесторҙар" ҡармағына ҡабып, һәр береһе муттарға 1,5 миллион һум аҡса күсергән. Ә Өфөнән 23 йәшлек ҡыҙҙы ялған "банкир", билдәһеҙ әҙәмдәр иҫәбегеҙҙән аҡса урларға маташа, тип ҡурҡытып, 845 мең һум аҡсаһын "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсерергә күндергән.

Республиканың эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыусылар менән бәйле 13 хәбәр килгән: алты кешене кредитлау өлкәһендә алдағандар, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүҙә биш граждан һемәйеп тороп ҡалған, ике иптәште инвестициялауҙа кәкре ҡайынға терәгәндәр. Муттар тәүлек эсендә 13 кешенең 11 миллион һумдан ашыу аҡсаһын үҙләштерергә эшкингән.

Мутлыҡ факттары буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в