Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Исҡужин социаль селтәрҙә яҙыуынса, СВО биләмәһендә хәрби хеҙмәттә булған яҡташтарға сираттағы гуманитар ярҙам менән юлға сыҡҡандар.
"Был ярҙамды беҙ район халҡы, хеҙмәт коллективтары, ветерандар менән бергә йыйҙыҡ. Дөйөм көс менән өр-яңы УАЗ машинаһы алдыҡ һәм уны йыһазландырып, багажник ҡуйҙыҡ. Яугирҙарыбыҙға бөтә кәрәкле нәмәне - гигиена сараларын, йылы кейемдәрҙе, медикаменттар, төҙөлөш ҡоралдары тупланыҡ. Беҙ был йөктө мотлаҡ алып барып еткерәсәкбеҙ һәм шәхсән ҡулдарына тапшырасаҡбыҙ. Ярҙам иткән һәр береһегеҙгә ҙур рәхмәт", - тип яҙған хакимиәте башлығы "Бәйләнештә".
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын яҡташтар!
Фото: Марат Искужин (vk.com).