Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2023, 12:11

Инвалид балалар өсөн күнекмәләр үткәрелә

Инвалид балаларҙы бушлай үҙ-үҙеңде яҡларға һәм самбоға өйрәтәсәктәр.

Инвалид балалар өсөн күнекмәләр үткәрелә
Инвалид балалар өсөн күнекмәләр үткәрелә

 

«Изгелек» физкультура һәм спортты үҫтереү буйынса  спорт клубы «Самбоның сиге юҡ»  проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, инвалид балалар өсөн бушлай күнекмәләр үткәрә. 7 йәштән 18 йәшкә тиклем балалар — үҙ-үҙеңде яҡлау секцияларында, 13 йәштән 18 йәшкә тиклем үҫмерҙәр Нуғай ҡасабаһында тренажерҙар залында шөғөлләнәсәк.

Күнекмәләргә 13-сө Өфө коррекция  мәктәп-интернаты һәм  баш ҡаланың 147-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары, шулай уҡ Жилин, Зинин ауылдарында йәшәүсе балалар саҡырыла.

 Улар менән квалификациялы уҡытыусы-тренерҙар шөғөлләнә. 8 987 583 77 89 телефон һандары буйынса яҙылырға мөмкин.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: