Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2023, 11:26

Һиндостан Ҡытайҙы уҙып киткән!?

Юҡ, иҡтисади үҫештә түгел, ә халыҡ һаны буйынса. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы шулай буласағын фаразлағайны инде. Тик бер аҙ һуңғараҡ. Әммә һиндтар етеҙерәк булып сыҡҡан.

Һиндостан Ҡытайҙы уҙып киткән!?
Һиндостан Ҡытайҙы уҙып киткән!?

Һиндостанда 2022 йылдың аҙағына WPR сығанағы буйынса 1,417 миллиард кеше йәшәгән. Был Ҡытай халҡынан биш миллионға күберәк (унда 1,412 миллиард кеше). Ә бөгөнгә ҡарата (шул уҡ WPR һәм Macrotrends мәғлүмәте) Һиндостанда инде 1,423 миллиард кеше йәшәй. Властар рәсми һандарҙы баҫыуын баҫмаған. Әйткәндәй, унда 2021 йылда йәниҫәп үтергә тейеш булған да, пандемия сәбәпле тотҡарланып тора әле.

Ә Ҡытайҙа былтыр кеше һаны, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, 850 меңгә кәмеп, Ҡытай дәүләт статистика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса 1 411 750 000 кеше булған. ХХ быуаттың 60-сы йылдарынан һуң, тәүгә шулай әҙәйгәндәр. Барыбер миллиардтан ашыу кеше йәшәй. Халыҡ һаны арта. Сәбәп нимәлә икән?

Әйткәндәй, Ҡытайҙың территорияһы 9 598 962 км2, ҙурлығы буйынса донъяла Рәсәй (17 125 191) һәм Канаданан (9 984 670) ҡала – өсөнсө урында, Һиндостандыҡы – 3 287 263 км2 (етенсе урын).

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: