Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2023, 21:00

Ил Ағаһына

Ҡыш уртаһы, ләкин ямғыр яуа,Ул тамсылар миллион күңелдән.Көҙ ҙә түгел, ҡыштың ҡап уртаһы,Илем зар-һағышҡа күмелгән. Миллион уйҙар бөгөн береккәндәр,Юҡтыр йыуатырлыҡ бер сара.Тик доғалар йөрәк баҫа кеүек,Көпә-көндөҙ яна мең сыраҡ. Ағаларҙың Ағаһы булдығыҙ,Һеҙҙән риза үҙе Ил-Әсә.Һеҙҙең хеҙмәттәргә таянырҙар,Төҙөгәндә нурлы киләсәк. Ҡояш булып балҡып тораһығыҙШанлы Башҡортостан күгендә.Ил Ағаһы, һеҙҙең йылылыҡҡаМохтажлыбыҙ беҙ бит бөгөн дә. Ҡояшта ла таптар була, тиҙәр,Ә һеҙ беҙҙең өсөн Саф Ҡояш.Ил Ағаһы, ғәфү итсе беҙҙе - Таплы ҡояш аҫтындағыларҙанИшетелһә хәбәрҙәр ҡыйыш. Ҡыш уртаһы, ләкин ямғыр яуа,Ләйсән ямғыр миллион күңелдән.Мәңгелектән балҡыр ҠояшыбыҙАйырмаһын аяҙ күгемдән. Ринат Сөләймәнов

Ил Ағаһына
Ил Ағаһына

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: