Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2023, 21:45

Өфөлә "Форд Фокус" машинаһын урлағандар

Кисә, 17 ғинуарҙа, 16 сәғәт 30 минутта, машина хужаһы Ульяновтар урамындағы 67А йорто янында үҙенең автомобилен ҡалдырып, магазинға инеп китә. Асҡыс ҡабыҙыу йоҙағында тороп ҡала, двигатель эшләп тора. Водителдең магазиндан сығыуына автомобиленән елдәр иҫкән була. 2000 йылғы, күк төҫтәге "Форд Фокус" машинаһының дәүләт теркәү билдәләре: С 417 ОВ/116.

Өфөлә "Форд Фокус" машинаһын урлағандар
Өфөлә "Форд Фокус" машинаһын урлағандар

Айырым билдәләре: артҡы быялалары тонировкалы, алғы бамперҙың сите емерелгән, томанға ҡаршы уң яҡ фары һәм алғы һул ишектең молдингы юҡ, дискылар - штамплы. Транспорт сараһы сигнализация менән йыһазландырылмаған. 

Ошо ваҡиға шаһиты булған йәки автомобилдең ҡайҙалығын белгән кешеләрҙең 8-937-4901-971 телефоны буйынса шылтыратыуын һорайҙар. Конфиденциаллек гарантиялана. Битараф булмағыҙ! Шикле автомобилдәргә иғтибар итегеҙ, бәлки урланған машина һеҙҙең ихатала торалыр.

Фото: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының ЮХХДИ бүлеге.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: