Баҡһаң, ир үҙенең BMW X3 машинаһын сервиста ҡалдырған да, таныш ҡатыны менән осрашыуға таксиҙа киткән. Үҙе менән документтары, күсемһеҙ милек һатыуҙан алған аҡсаның ҡалғаны борсеткаһында булған.
Тик... төшкө аштан һуң ғына нәмәһен таксиҙа онотоп ҡалдырғаны иҫенә төшкән. Такси хеҙмәте операторҙары әлегә ярҙам итә алмаған. Ирҙән һуң ул машинала тағы дүрт пассажир ултырып йөрөгән.
Хәҙер аҡсаны полиция менән эҙләйҙәр.
Берәү ошо көндә ҙур табышына ҡыуанамы икән?