Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар , 09:19

Баш ҡала урамдарын яңыса тәртиптә таҙарталар

Өфөлә кисә урам-юлдарҙы төндә һәм иртә менән комплекслы таҙартыу тәртибенә күстеләр. Был көндөҙ транспортҡа ҡамасауламау өсөн уңайлы.

Баш ҡала урамдарын яңыса тәртиптә таҙарталар
Баш ҡала урамдарын яңыса тәртиптә таҙарталар

Ҡала хакимиәте һәм коммуналь хеҙмәттәре автомобилдәрҙе төнгөлөккә юл ситенә ҡуймауҙы үтенә.

Урамдарҙа коммуналь техника эшләгәндә юл ваҡытлыса ябылып тороуы ла ихтимал. Түбәндә яҡын арала эш барышы теҙмәһе:

Йәштәр бульвары - 18 ғинуар киске сәғәт 9-ҙан 19 ғинуарҙа иртәнге 7-гә тиклем;

Баландин бульварының бер өлөшө - 20 ғинуарҙа киске сәғәт 9-ҙан 21 ғинуар иртәнге 7-гә;

Маршал Жуков урамының Б. Бикбай урамынан «Башнефть» АЗС-ына тиклемге өлөшө – 21 ғинуар киске 9-ҙан 22 ғинуар иртәнге 7-гә тиклем;

Коммунистик урамын Ғафури һәм Арал киҫелешенәсә  – 22 ғинуар киске 9-ҙан 23 ғинуар иртәнге 7-гә тиклем;

Бессонов урамы тулыһынса - 23 ғинуар киске сәғәт 9-ҙан 24 ғинуар иртәнге 7-гә тиклем;

Ҡулса урамынынң бер өлөшө - 24 ғинуарҙа киске сәғәт 9-ҙан 25 ғинуар иртәнге 7-гә тиклем.

Фото: Город Уфа (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в