Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар , 15:16

Ауырыусылар әле лә бар, әммә күпкә әҙерәк

Коронавирус менән ауырыусылар әле лә бар.18 ғинуарға  алынған мәғлүмәттәр буйынса, тәүлек эсендә 73 кеше был сир менән ауырыған.

Ауырыусылар әле лә бар, әммә күпкә әҙерәк
Ауырыусылар әле лә бар, әммә күпкә әҙерәк

 

        Әлеге ваҡытта 113 кеше дауаханала медицина ярҙамы ала, шуларҙың һигеҙе ауыр хәлдә. 1115 кеше амбулатор шарттарҙа сиргә ҡаршы көрәшә.    Бөтәһе пандемия башланғандан алып 347080 кеше был ауырыуҙы йоҡторған.

Тәүлек эсендә   145 кеше  был сирҙән һауығып сыҡҡан.

Республикаға  ковидҡа ҡаршы бөтәһе  3 633 348 доза вакцина алынған. 3 550 278 кеше вакцинаның тәүге компонентын эшләткән.
 3 371 370   кеше тулыһынса    вакциналанған.

Фото:Т.Аманов.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас в