Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2023, 15:12

118 йәшендә вафат булған

Ул 2021 йылда коронавирус менән сирләп, шәбәйгән. Барыбер шуның шауҡымынандыр, юҡһа, тағы ла оҙағыраҡ йәшәр ине. 119 йәшенә 25 көн генә ҡалған булған...

118 йәшендә вафат булған
118 йәшендә вафат булған

Планетаның иң өлкән кешеһе - Люсиль Рэндон, сестра Андрэ булараҡ таныулы 118 йәшлек әбей вафат булған. Ул Гиннесс Рекордтары китабына ла ингән.

Люсиль 1904 йылдың 11 февралендә Францияла тыуған. Уҡытыусы, гувернантка булып эшләгән, ололарҙы, етем балаларҙы ҡараған. 1944 йылда католик монахиня булып киткән.

Кешенең шулай оҙаҡ йәшәүе мөмкин бит ул. 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: