Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2023, 16:33

1 февралдән Президент гранттары ярҙамында ниндәй проекттар тормошҡа ашырыла?

1 февраль – 2022 йылда Президент гранты конкурсында еңеүсе проекттарҙы тормошҡа ашыра башлауҙың рәсми датаһы. 

1 февралдән Президент гранттары ярҙамында ниндәй проекттар тормошҡа ашырыла?
1 февралдән Президент гранттары ярҙамында ниндәй проекттар тормошҡа ашырыла?

  

 Еңеүсе проекттар араһында «Һирәк ауырыуҙар менән сирләүсе пациенттарҙың репродуктив сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек» тип аталған проект бар.    Ул һирәк сирҙәр менән ауырыусы балаларҙың ата-әсәләренә,  үҫмерҙәргә һәм ололарға репродуктив сәләмәтлек һәм ғаиләне планлаштырыу тураһында мәғлүмәт еткереүгә йүнәлтелгән. Икенсенән, һирәк ауырыу менән сирләүсе пациенттарҙың  репродуктив  мөмкинлеген иҫкәртеүгә компетентлы белгестәр туплауҙы күҙаллай.

   Тағы бер проект – «Хәүефһеҙлек марафоны». Был проект хәүефле хәл-ваҡиғаларға тарыуҙы профилактикалауға,  ауыр  хәлгә ҡалғанда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләренә һәм юғалтыуҙарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.

Өсөнсө проект «Тигеҙ мөмкинлектәр территорияһы» Ҡариҙел районында тормошҡа ашырыла.   Ул кешеләрҙең йәшенә,  сәләмәтлегенә, социаль йә профессиональ йәһәттән сикләүҙәргә ҡарамаҫтан граждандарҙы социалләштереүгә  һәм ижади берләштереүгә йүнәлтелгән. Ҡариҙелдә һөнәри коркинг-үҙәк бар. Унда балсыҡтан әүәләү, тегеү, тире һәм ағас эшкәртеү буйынса  буйынса оҫтаханаларҙа район халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.    

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: