Төштән һуң Бүздәк районында, Бүздәк-Ҡаҙаҡлар-Ҡыбау автомобиль юлының 2-се саҡрымында, Дәүләкән районынан 44 йәшлек ҡатын "Лада Калина" машинаһында юлдан осоп төшөп түңкәрелгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ике пассажир, 44 һәм 42 йәшлек ҡатындар, төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Водителдең йөрөтөү стажы бер йылдан кәмерәк.
Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара.
Юл-транспорт ваҡиғаһына тарымаҫ өсөн водителдәргә ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк: тиҙлекте арттырмаҫҡа, телефондан һөйләшмәҫкә, яҙышмаҫҡа, киҫкен маневрҙар яһамаҫҡа. Машиналар араһындағы интервалды һәм дистанцияны һаҡлап, маневрҙарҙы тыныс ҡына башҡарырға. Бер ҡасан да хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерергә онотмағыҙ.
Барығыҙға ла хәүефһеҙ юлдар!
Фото: БР ЮХХДИ.