«Шыршы - 2022» сараһы шулай уҡ "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектына ярашлы үткәрелде. Операция барышында 2204 рейд булған. Унда 14 законһыҙ ҡырҡыу осрағы теркәлгән. 36 дана шыршыны рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙан 81 мең һум зыян килгән. Шулай уҡ пихта әҙерләү буйынса ла законһыҙ дүрт факт теркәлгән. Урлашыу осраҡтары ла бар. Рейдтар һөҙөмтәләре буйынса материалдар БР буйынса ЭЭМ белгестәренә тапшырылған.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығынан.