Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2023, 18:30

Сәй эсә белһәң, ябығырһың...

Диетологтар тәҡдим итә. Ә беҙ бер нисә рецепт бирәбеҙ.

Сәй эсә белһәң, ябығырһың...
Сәй эсә белһәң, ябығырһың...

Бест атлы белгес ханым имбир сәйен эсеүҙең һөҙөмтәлелеге тураһында һөйләгән. Бындай сәй метаболизмды (организмды йәшәтеүсе процесс, уның нигеҙе – матдәләр алмашыныуы) тиҙәйтә икән.

Диетологтар фекеренсә, йәшел сәй артыҡ майҙы “ҡыуа”, аҡ сәй метаболизмды 4 – 5 процентҡа йылдамлата. Имбир сәйе һимереүҙән ҡотолоуҙа – ҙур ярҙамсы.

Имбирҙең файҙаһын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ул һалҡын тейеүҙән ярҙам итә (йылыта, тирләтә, сир билдәләрен бөтөрә), ашҡаҙан-эсәк эшен көйләй (эс күбеүҙән арындыра, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, күңел болғаныуҙан ярҙам итә), кәүҙә ауырлығын контролләй, ҡандағы шәкәрҙе кәметә, зарарлы бактерияларҙы юҡ итә, теш һыҙлауын баҫа, бәшмәк сирҙәрен иҫкәртә, артритта ярҙам итә, ҡанды шыйығайта, мейе эшмәкәрлеген яҡшырта.

Тик артыҡ йыш ҡулланмағыҙ. Продукт таҙа булырға тейеш. Имбир тамырына эҫе һыу ҡойорға ярамай – файҙаһы ике тапҡырға кәмей. Шуға бергә ҡайнатыу яҡшыраҡ.

Имбир менән сәй рецептары

Лимонлы имбир сәйе

Һыу — 750 мл

Имбир тамыры — ҙур булмаған киҫәк

Бер лимон

Бал — 4 ҡалаҡ

Таҙа һыуҙы ҡайнатырға ла, уға лимон һутын һығырға. Һыу бер аҙ һыуынғансы тамырҙы ҡырырға. Уға һыу һалғас, 5 – 7 минут төнәтергә. Бал ҡушып эсергә.

Ҡара сәй менән

Имбир тамыры — 150 г

Ҡара сәй — 40 г

Һыу — 100 мл

Тамырҙы яҡшылап йыуып, ҡулсалап киҫеп, сәйнүк төбөнә һалырға һәм бигүк эҫе булмаған һыу ҡойорға ла 10 минут төнәтеп эсергә.

Шифаһы тейһен!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: