Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар , 09:43

"Пушкин картаһы"ның балансы яңырҙы

Филармонияға, музейға, театрға йәки киноға бушлай барырға теләһәгеҙ, 14 - 22 йәштәге йәш кешеләр өсөн сығарылған "Пушкин картаһы"н файҙаланығыҙ.

"Пушкин картаһы"ның балансы яңырҙы
"Пушкин картаһы"ның балансы яңырҙы

2023 йыл дауамында 5 мең һум аҡсаны мәҙәни сараларға тотонорға мөмкин.

"Мәҙәниәт.РФ" сайтында Башҡортостан афишаһын ҡарағыҙ: https://vk.cc/ckJToQ

Картаны рәсмиләштереү өсөн:

«Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт» мобиль ҡушымтаһын телефонға күсереп алырға кәрәк vk.cc/cdxs6o - бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш

Ниндәй карта алырға теләйһегеҙ - виртуаль йәки пластик картамы - һайларға кәрәк

Виртуаль карта ҡушымтала уҡ бирелә. Пластик карта алыу өсөн Почта Банк бүлексәләренең береһенә барырға кәрәк. Үҙең менән паспорт һәм СНИЛС алырға кәрәк буласаҡ.

«Пушкин картаһы» программаһына ярҙам итеү хеҙмәте: 8 (800) 100 06 45

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в