Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2023, 14:50

Пассажирҙарҙы йөрөтөүселәр талаптарҙы үтәһен өсөн

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә Хөкүмәт Президиумы ултырышы үтте. Көн тәртибендә граждандарҙың айырым категорияларын транспортта йөрөтөүҙе  ойоштороу тәртибен әүҙемләштереү мәсьәләләре ҡаралады.  

Пассажирҙарҙы йөрөтөүселәр талаптарҙы үтәһен өсөн
Пассажирҙарҙы йөрөтөүселәр талаптарҙы үтәһен өсөн

 

 - Пассажирҙар транспортын йөрөтөүселәргә  ярҙам итеү маҡсатында республикала 2014 йылдан алып ошондай льготаға бәйле алып еткерелмәгән килемде ҡаплауға субсидиялар биреү ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта бындай транспорт ойошмаларын субсидиялау күләме йыл һайын арта бара. 2020 йылда ошо маҡсатҡа 250 миллион һум, 2021 йылда иһә 285 миллион һум йүнәлтелгән. Уҙған йылда быға оҡшаш сығымдар 340 миллион һум тәшкил итте, - тип билдәләне Андрей Назаров.

 Милли проекттар буйынса доклад менән Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов сығыш яһаны.

Үҙенең сығышында ул әлеге ваҡытта республика биләмәһендә льготалы категорияға ҡараған граждандарҙы йөрөткән транспорт ойошмаларын билдәләне.

Билдәле булыуынса, граждандарҙың айырым категориялары йәмәғәт транспортында, берҙәм социаль юл йөрөү билетын файҙаланып, льготалы йөрөү хоҡуғына эйә. 2022 йылда берҙәм социаль юл йөрөү билеты буйынса юл йөрөүҙәрҙең дөйөм һаны 17 миллиондан ашыу тәшкил иткән.

– Айырым граждандар категорияларын Берҙәм социаль карта буйынса ташыуға бәйле алып еткерелмәгән килемде ҡайтарыу өсөн Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан субсидиялар биреү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡануниәте менән раҫланған тәртипкә ярашлы тормошҡа ашырыла. Берҙәм социаль карта буйынса граждандарҙың айырым категорияларын ташыуға бәйле транспорт ойошмалары сығымдарының дөйөм суммаһы 2021 йылда - 444 426, 580 мең һум, 2022 йылда 523 856, 562 мең һум тәшкил иткән.

Кәңәшмә аҙағында Андрей Назаров айырым пассажирҙар ташыусы транспорт ойошмаларына талаптарҙың үтәлешен контролдә тотоуҙы артабан тәьмин итеү маҡсатында йөкләмәләр бирҙе.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: