Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2023, 17:30

Мәктәп ашханаһында туҡланыуҙан ҡәнәғәтһегеҙме?

Балағыҙ мәктәп ашханаһына йөрөймө? Ундағы ашауҙан бик ҡәнәғәтме? Әллә зарланғаны бармы? Әйткәндәй, Башҡортостанда 2022 йылда мәктәптәге туҡланыу сифатына 143 ялыу теркәлгән, ә 2021 йылда улар һаны  215 булған.  

Мәктәп ашханаһында туҡланыуҙан ҡәнәғәтһегеҙме?
Мәктәп ашханаһында туҡланыуҙан ҡәнәғәтһегеҙме?

Был хаҡта мәктәптә туҡланыуға арналған ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе.

Республикала ҡабул ителгән «Социаль туҡланыуҙы ойоштороу тураһында»ғы законға ярашлы, хеҙмәттәр сифаты даими рәүештә күҙәтеүҙә тотола. Бер йылда 703 тапҡыр тикшереү ойошторолған. Сифатһыҙ продукцияны файҙаланыу осраҡтары – 83 проценттан 17 процентҡа тиклем, ризыҡ әҙерләү технологияһын боҙоуҙар һаны 64 проценттан 36 процентҡа тиклем кәмегән. Балалар өсөн тәғәйенләнмәгән продукцияны файҙаланыу осраҡтары 58 проценттан 42 процентҡа тиклем кәмегән.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: