Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2023, 12:15

Ер хосусилаштырыласаҡ

  Башҡортостанда йәшәүселәр йорто урынлашҡан ерҙе шәхси милкенә бушлай алыу хоҡуғына эйә. Бындай закон проектын беҙҙең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары  ғинуар аҙағында беренсе уҡыуҙа ҡабул итергә уйлай.  

Ер хосусилаштырыласаҡ
Ер хосусилаштырыласаҡ

 

Хосусилаштырыуға 1998 йылдың 14 майына тиклем төҙөлгән ер участкалары тәҡдим ителә. Был хоҡуҡ иһә түбәндәге документтар менән раҫлана:

* Йортта 1998 йылдың 14 майына тиклем даими йәшәүҙе йәки торлаҡты ошо ваҡытҡа тиклем төҙөүҙе раҫлаған дәлилдәр;

* 1998 йылдың 14 майына тиклем торлаҡ йортто төҙөүгә йәки уны файҙаланыуға рөхсәт документының алыныуы.

Ер участкаһын хосусилаштырыу хоҡуғы менән 2031 йылдың 1 мартына тиклем файҙаланырға мөмкин буласаҡ.

 

 

Фото: domstrousam.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: