Билдәле булыуынса, илебеҙҙә был проект 2022 йылдың ноябренән тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – табипҡа яҙылыу системаһын камиллаштырыу һәм модернизациялау.
Проектта ҡатнашыусыларға өс модель тәҡдим ителә. Башҡортостан Ҡурған, Владимир, Төмән һәм Орлов өлкәләре менән бер рәттән үҙәкләштерелгән модель талаптарына яуап бирә. Уға ярашлы, республикала табипҡа яҙылыу процесын ҡулайлаштырыу, кадрҙар ресурсын рациональ файҙаланыу иҫәбенә беренсел-медицина-санитар ярҙамын халыҡҡа яҡынайтыу күҙаллана.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.