Бының өсөн "Бәйләнештә"ге Йәшлек гәзите төркөмөндә https://vk.com/yeshlek_gazite үрҙә беркетелгән пост аҫтына төркөмөгөҙ йәки районығыҙ студенттары менән төшкән фотоһүрәтте һалырға кәрәк. Унда кемдәр һәм ҡайҙа төшкәне тураһында бер-ике һөйләм дә яҙығыҙ. Беҙҙе бөтә быуын студенттары ҡыҙыҡһындыра. Олпат апай-ағайҙар СССР мәлендәге иҫтәлекле фотоһүрәттәрен һала ала. Уларҙан яңы ғына уҡый башлағандар, күптән түгел техникум-колледж, вуз тамамлаусылар ҙа ҡалышмаһын ине.
Фотолар етерлек күләмдә тупланғас, беҙ уларҙы махсус ҡушымта аша тауыш биреүгә ҡуябыҙ. Аҙаҡтан еңеүсе биш төркөм тураһында гәзиттә һүрәтләмә донъя күрәсәк.