БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә республикала ковид менән сирләү буйынса 78 яңы осраҡ асыҡланған. Бөтәһе пандемия башланғандан алып республикала 347 меңдән ашыу кеше ковид менән зарарланған.
Дауаханала 120 кеше тейешле медицина ярҙамы ала, уларҙың күбеһе – ололар. 1,2 мең пациент амбулатор рәүештә дауалана.
Бөтәһе пандемия башланғандан алып, 339,7 кеше был ауырыуҙан имен-һау ҡотолған, шуларҙың 153-ө – һуңғы тәүлектә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.