+15 °С
Болотло
Өфөнән 18 йәшлек егет популяр иғландар сайтында үҙенә оҡшаған телефонды күреп, һатып алырға ниәтләгән. "Һатыусы"ға яҙып ебәргәс, уныһы гаджеттың ярты суммаһын алдан күсер, тигән шарт ҡуйған. Егет уға 21 мең һум аҡса күсергәс, "һатыусы" юғалған... Әйткәндәй, был егет 2022 йылда кроссовкалар һатып алырға йыйынып, "һатыусыға" 35 мең һум күсергән булған, тик һемәйгән. Был юлы ла һабаҡ алмаһа инде...
Тәүлек эсендә 23 кеше муттарға биш миллион һумдан ашыуыраҡ аҡса күсергән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.