Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2023, 09:15

Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артҡан

Башстат белгестәре 2022 йылдың декабрендә республикала ҡайһы бер аҙыҡ-түлектең уртаса хаҡын билдәләне. Бынан тыш, белгестәр уларҙы 2021 йыл күрһәткестәре менән сағыштырҙы.

Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артҡан
Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артҡан

2022 йылда томат консервалары ҡиммәтләнгән. Бер килограмм аҙыҡ-түлек уртаса 307,3 һум тора. Был 2021 йылдың декабренә ҡарағанда 32,2% күберәк. Бер йылда зефир һәм паста - 29,2%, печенье 29,1% ҡиммәтләнгән. Шәрбәт ризыҡтарының килограмы 366 һәм 205 һумға төшә. Иң ҡиммәтле өс аҙыҡ-түлек исемлегенә банан инә. Бер йылда уларға хаҡтар 28,8% артҡан. Хәҙер уның килограмы 95 һум.

 

Әммә бөтөн аҙыҡ-түлек тә ҡиммәтләнмәгән, арзанайыу ҙа күҙәтелә. Мәҫәлән, килограмы 28 һум торған картуф 38,3 процентҡа арзанайған. Шулай уҡ сөгөлдөргә һәм кишергә хаҡтар 29,4 һәм 20,6 процентҡа төшкән. Бынан тыш, уртаса хаҡ төшкән аҙыҡ-түлек иҫәбенә виноград, аҡ күсәнле кәбеҫтә, ҡарабойҙай ярмаһы инә.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: