Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2023, 13:15

Юл фажиғәләре - 15 ғинуар

Уҙған тәүлектә республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән, ете кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Юл фажиғәләре - 15 ғинуар
Юл фажиғәләре - 15 ғинуар

Кисә Салауат районындағы юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр иткәйнек. Асыҡланыуынса, бер ғаилә яҡын туғандары менән Мәсетле районынан Стәрлетамаҡҡа ҡайтып килгән булған. Билдәһеҙ сәбәп арҡаһында "Черри" водителе ҡаршы килгән "Газель" фургоны менән бәрелешеүгә юл ҡуйған. Унан һуң ике автомобиль дә юл буйында торған ҙур йөк машиналарына барып бәрелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Черри" машинаһының 37 йәшлек водителе (ғаилә башлығы), уның 12 йәшлек улы һәм 38 йәшлек туғаны үлемесле йәрәхәттәрҙән йән биргән. Водителдең 38 йәшлек ҡатыны һәм 39 йәшлек пассажир ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. "Газель" водителе лә дауаханала.

Был фажиғә буйынса тикшереү бара.

Хөрмәтле водителдәр! Сираттағы тапҡыр юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәклеген иҫләтәбеҙ. Водитель тәжрибәһенә, стажға ғына ышанып, ҡаршы һыҙатҡа сығыу, юғары тиҙлектә йөрөү - ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Һеҙ башҡаларҙың ғүмерен өҙөүегеҙ бар. Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы уйлағыҙ...

Фото: БР Прокуратураһы. 

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: