Кәрәк: консерваланған фасоль, алма, лимон, ҡыҙыл һуған, консерваланған тунец балығы, һарымһаҡ, укроп, тоҙ, ҡара борос, ҡаймаҡ, горчица йәки майонез. Барыһын да кеше иҫәбенә ҡарап, үҙегеҙ самалап алығыҙ.
Фасолдең һыуын түгеп, салат һауытына һалырға ла, уға алманы һаламлап турап өҫтәргә, бер лимон һутын һығып һибергә, оҙонсалап туралған һуғанды ла ҡушып, бутарға. Артабан иҙгеләнгән тунец балығы өҫтәргә һәм тәмләткестәр һалырға (ҡырылған һарымһаҡ, укроп, тоҙ, борос). Салатҡа майонез һалырға ла була, ҡаймаҡ менән бер-ике ҡалаҡ горчицаны бутап, үҙенсәлекле тәм бирһәгеҙ ҙә ярай.
Алмаһы булған өсөн был салат бик еңел ашала.