Республикаға идара итеү үҙәгендәге Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе барышында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Башҡортостанда быйыл иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылында үткәреләсәк саралар хаҡында һөйләне.
Республикала уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә, педагогик хеҙмәтте популярлаштырыуға йүнәлтелгән 53 сараны үҙ эсенә алған план раҫланған. Улар араһында 13 һөнәри оҫталыҡ конкурсы бар(бөтә Рәсәй конкурстарының республика, төбәк этаптары, төбәк-ара конкурстар). Бынан тыш, өс спорт сараһы планлаштырылған. Улар иҫәбендә тармаҡ хеҙмәткәрҙәре командалары араһында «Геройҙар уҙышы». Уҡытыусы һәм остаз йылында Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл һәм яңыртылған мәғарифты үҫтереү тарихы музейын асыу күҙаллана. Ғилми-ғәмәли конференциялар, форумдар, конкурстар, фестивалдәр үткәреү ҡаралған. 2023 йылда йәш ауыл уҡытыусыларына, уҡытыусыларына, производствола уҡытыу мастерҙарына Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары тапшырыласаҡ. Гранттар менән шулай уҡ урта профессиональ белем биреү өлкәһендәге ҡаҙаныштар билдәләнәсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа хөкүмәт яғынан урта һөнәри белем биреү учреждениеларына ҙур иғтибар бүлергә һәм уларҙы үҫтереүгә аҡса бүлергә ҡушты.
Фото: kartinkin.net