-4 °С
Болотло
Иркутск ҡалаһында бер малай 25 градус һыуыҡлыҡта йәнһүрәттәге бер күренеште тикшереп ҡарарға булып, юғары вольтлы тимер-бетон бағанаһын ялаған. Йәнһүрәт персонаждарының теле тимер бағанаға йәбешмәгән, ә был 10 йәшлек малайҙыҡы йәбешкән. Баланы ата-әсәһе саҡ “ҡуптарып” алған һәм дауаханаға килтергән. Малайҙың теле бер нисә урындан йәрәхәтләнгән, һыҙырылған, оҙаҡ ҡанһыраған. Табиптар ҡыҙыҡһыныусан балаға башҡаса йәнһүрәт геройҙарын ҡабатламаҫҡа, ауыртыуҙы баҫыу өсөн туңдырма ашарға кәңәш биргән, тип яҙа үҙәк матбуғат саралары.
...Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла.
Фото: Газета.ру