Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2023, 16:45

Муттарға дүрт миллион һумдан ашыуыраҡ аҡса күсергәндәр

Белореттан 55 йәшлек ҡатынға бер нисә аҙна дауамында ялған "банк хеҙмәткәрҙәре" шылтыратып, инвестициялар, миллиондарса һум табыш хаҡында һөйләп ҡыҙыҡтырған. Ахырҙа ҡатын уларҙың тәҡдимен ҡабул итеп, ике миллион һумға яҡын аҡсаһын "инвестициялаған".  

Муттарға дүрт миллион һумдан ашыуыраҡ аҡса күсергәндәр
Муттарға дүрт миллион һумдан ашыуыраҡ аҡса күсергәндәр

Өфөнән 42 йәшлек ҡатынды ла ялған "банкирҙар" алдаған: билдәһеҙ әҙәмдәр иҫәбегеҙҙән аҡсағыҙҙы урлай, тиҙерәк суммаларҙы "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсерә һалығыҙ, тип ашыҡтырып, кредит алырға ла күндергәндәр. Ҡатын аферистарға 700 мең һум аҡса күсергән...

Муттарға зарланып, тәүлек эсендә 14 кеше полицияға ғариза яҙған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: