Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Января 2023, 10:12

Мәҙәниәттә – ирекмәнлек

Мәҙәниәт өлкәһендә волонтер булырға теләйһегеҙме? Күп тә кәрәкмәй: теләк булһа, етә.

Мәҙәниәттә – ирекмәнлекМәҙәниәттә – ирекмәнлек
Мәҙәниәттә – ирекмәнлек

Милли проект буйынса “Мәҙәиәт ирекмәндәре” программаһы төҙөлгән. Уға ярашлы, мәҙәниәт тармағында волонтерлыҡ алып барыусылар берлеге булдырыла, методологик, мәғлүмәти ярҙам күрһәтелә, йыйындар, ғәмәли сессиялар ойошторола.

Ирекмәндәргә файҙалы порталдар:

добровольцыроссии.рф

волонтеры-культуры.рф

Бөтә Рәсәй “Мәҙәниәт ирекмәндәре” хәрәкәтенең төбәк етәксеһе – Лира Волкова (aisaevna@mail.ru)

Әйткәндәй, ошо хәрәкәт мәғлүмәттәренсә, Башҡортостанда 2023 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 7305 мәҙәниәт ирекмәне бар.

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.


Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас